+28 °С
Болытлы


Ошо айҡанлы Ғаилә хеҙмәте белгестәре йәшүҫмерҙәр менән берлектә Саҡмағош тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында булып ҡайттылар. Музей директоры Ләйсән Хәлимова туған районыбыҙҙың барлыҡҡа килеү тарихы, ерлегебеҙҙә алып барылған археологик эҙләнеүҙәр, уның тәбиғәте һәм районыбыҙ тормошона ҡағылышлы тарихи ваҡиғалар, данлыҡлы яҡташтарыбыҙ тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Был унда ҡатнашыусы һәр кеше өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле, тәрбиәүи яҡтан бик тә әһәмиәтле экскурсия булды. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: райондағы Ғаилә хеҙмәтенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһе.