ИГЕНЧЕ
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Төрлесеннән
27 гыйнвар 2022, 16:20

Рухи ныҡлыҡ символы булып быуында хәтерендә һаҡлана

Бөгөн – Рәсәйҙең Хәрби даны көнө. Тап ошо көндө, 1944 йылда Ленинград ҡалаһы фашистар блокадаһынан тулыһынса азат ителде. 872 фажиғәле көндең бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәргән был ҡала халҡының батырлығы мәңгелек ҡаһарманлыҡ һәм рух ныҡлығы үрнәге булып тора. Блокада ҡорбандары һәм Ленинградты фашист баҫҡынсыларынан һаҡлауҙа ҡатнашып һәләк булған яугирҙәр истәлегенә Пискарево һәм Серафимовское зыяраттарында мемориаль ансамблдәр арналған, ҡала тирәләй фронттың блокада ҡулсаһы буйлап “Дандың йәшел билбауы” (“Зеленый пояс Славы”) булдырылған.

Рухи ныҡлыҡ символы булып быуында хәтерендә һаҡлана
Рухи ныҡлыҡ символы булып быуында хәтерендә һаҡлана

26 ғинуарҙа Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауыл мәҙәниәт йортонда үткән сара ла “Блокада икмәге”нә арналды. Унда уҡыусылар ҙа ҡатнашты.
Әпәй... Икмәк... Беҙҙең өсөн ябай, көндәлек һүҙҙәр. Улар беҙҙең өсөн әсәй, ҡояш, һыу кеүек күнегелгән төшөнсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ, 20-21 быуатта тыуып үҫкән быуындар вәкилдәре, был һүҙҙәр лайыҡ булған абруй һәм хөрмәтте тулыһынса аңлап, тойомлап бөтөрмәйбеҙ кеүек. Ә бына Ленинград блокадаһын үтеп, иҫән ҡала алған кешеләр бер ҡайсан икмәк һынығын түгел, кескәй генә уалсығын да ташламай.
1941 йылдың 8 сентябрендә ҡала тирәләй блокада ҡулсаһы оҙон-оҙаҡ 900гә яҡын көн һәм төнгә ҡыҫыла. Дошман ҡамауында 2 миллион 877 мең кеше тороп ҡала. Ҡалала аҫлыҡ хөкөм һөрә. Он булмағанлыҡтан төрлө ҡатнашмалар ҡушылған әпәйҙе карточкалар буйынса бүлеп бирәләр, әмма ул да етмәй. Ҡала халҡының көндәлек икмәк нормаһы 125 грамм тәшкил итә. Эшселәргә иһә ул 250 грамм була. Был һандар – “ут һәм ҡан ҡатыш 125 блокада граммы” – дөнья тарихында тиңе булмаған ҡаһарманлыҡ, рухи ныҡлыҡ символы булып быуында хәтерендә һаҡланып ҡала.
Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Ҡалмашбаш ауыл мәҙәниәт йорто сайты.

Автор:Рәзилә Арсланова әзерләде
Читайте нас: