“Таланттарҙың мең төҫө” тип исемләнгән быйылғы сәнғәт бәйгеһен Ҡалмашбаш ауыл биләмәһе үҙешмәкәрҙәре сығышы асты. Әйткәндәй, бәйге положениеһына ярашлы, тамашаларҙың йөкмәткеһе патриотик йүнәлештә булуы күҙаллана. Сөнки Туған илгә, атайсалға булған һөйөү, ихтирам тойғолары, уларға арналған йыр-моңдар, бәйеүҙәр һәр заманда да халыҡты бербөтөн көс итеп туплауға, рухи ныҡлыҡ биреүгә булышлыҡ итте.
Ауыл биләмәһенең сәхнә оҫталары үз музыкаль сәләттәрен төрлө жанрҙарҙа асты. Тамашасылар һәр сығышты хуплап ҡаршы алып, башҡарыусыларҙы сәхнәнән көслө алҡыштар менән оҙатты. Был көндө шулай ук муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев та тамашасылар араһында булды. Ул талантлы яҡташыбыҙ, бар ғүмерен сәнғәткә, туған еренә һәм ауылдаштарына бағышлаған күп ҡырлы сәләт эйәһе Рәүис Муллаян улы Сабитовҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” билдәһен тапшырҙы.
Яҡташтарыбыҙға байрам бүләк иткән сәнғәт, йыр-моң бәйгеһендә бөтә ауыл биләмәләре үҙешмәкәрҙәре лә ҡатнаша. Концерттар дауам итә.