

Илебеҙҙә һәр йылда 8 февралҙә Рәсәй фәне көне билдәләнә. Байрамдың тарихы батша Петр I исеме менән тығыҙ бәйле. Тап уның 1724 йылдағы бойроғо менән Рәсәй дәүләтендә фән үҫеше тураһындағы указ ҡабул ителә. Уның һөҙөмтәһе булараҡ илдә иң беренсе Фән һәм сәнғәт академияһы барлыҡҡа килә.
Был күренекле датаға арнап, бөтә дәрәжәләге уҡыу йорттарында күп һанлы саралар үтә. Беҙҙең Саҡмағош районы мәктәптәрендә дә ойошторолдо улар. Ошо уңайҙан Ҡалмашбаш урта мәктәбене директорының тәрбиә биреү эшсәнлеге буйынса кәңәшсеһе Г.Ф.Аллабирҙина 5 синыф уҡыусылары өсөн “Аҡыллы, тағы ла аҡыллыраҡ” тип исемләнгән интеллектуаль уйын ойошторҙо. Сара барышында малайҙар һәм ҡыҙҙар һорауҙарға әүҙем яуап биреп, фекерләү ҡеүәһен үҫтерҙеләр, аралаштылар һәм үҙҙәре өсөн яңы булған байтак белем-мәғлүмәттәр үҙләштерҙеләр.
Йомаш урта мәктәбендә иһә дәүләт үҫешенә ҙур йоғонто яһаған ошо көнгә арнап тематик синыф сәғәттәре үтте. Улар барышында уҡыусыларға донъя фәне үҫеше осоронда Каһирә һәм Вавилон һәйкәлдәренән башлап атом электр станциялары менән космоска осоуға ҡәҙәр ҡатмарлы һәм еңел булмаған юл үтте һәм һеҙ, энергияле, ҡыҙыҡсыныусан йәштәр белем алырға, яңынан-яңы асыштар яһарға һәм уҡыуҙа уңыштарға ынтылырга тейешһеҙ, тип билдәләнде.