ИГЕНЧЕ
+24 °С
Яңгыр
Новости
22 февраль 2023, 11:25

Юлдарыбыҙ хәүефһеҙ булһын тиһәк...

Был көндәрҙә беҙҙең ерлектә ҡар йышраҡ яуа. Метеорологтар алда көткән байрам ялдарының ҡар-буранлы булыуын фараҙлай.

Саҡмағош районы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатлаулы һауа торошо шарттарында руль артындағы водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра. Байрам көндәре күңелһеҙлек-бәләләре менән иҫтә ҡалмаһын өсөн түбәндәге һис ауыр булмаған ҡағиҙәләрҙе үтәргә беҙ ҙә өндәйбеҙ: –юлдарҙа хәрәкәт иткәндә тиҙлек режимын ҡатғи һаҡлағыҙ; –ҡаршы яҡ полосаһына сығыуға бәйле хәүефле маневрҙарҙан тыйылығыҙ; –автотранспорт араһында булырға тейешле дистанцияны һаҡлағыҙ; – мотлаҡ рәүештә хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп йөрөгөҙ һәм автомобиль салонында балалар да булғанда улар өсөн тәғәйенләнгән махсус кресло-яйланмаларҙы ҡулланығыҙ; –йәйәүлеләр юлды бары тик йәйәүлеләр кисеүенән генә һәм светофорҙың быға рөхсәт биргән йәшел уты янғас ҡына киҫеп сығарға тейеш; –шулай уҡ яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтары булған кейемде һәм аксессуарҙарҙы файҙаланыуға тейешле иғтибар бүлеү дә һис артыҡ булмаҫ. Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: район Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми сайты.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас