

Тематик йыл бығаса уңай һөҙөмтәләрен күрһәтеп өлгөргән «Атайсал» проектының дауамы буласаҡ. Уның асылы – ҙур булмаған ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы малтабарҙарҙың кесе Ватандарына ярҙам күрһәтеүендә. Тимәк, биләмәләрҙе, шишмәкүлдәрҙе төҙөкләндереү, ремонтҡа мохтаж социаль учреждениеларҙы ремонтлауҙа, мәҙәни һәм спорт саралары ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк. Ошо программа сиктәрендә Иҫке Ҡормаш ауылында йәшәү- селәр, “түңәрәк өҫтәл” артында йыйылып, бергәләп кәңәшләшкәндән һуң, Бөйөк Ватан һуғышынан тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтып, һуғыш емергән хужалыҡ һәм иҡтисадты күтәреүҙә үҙ-үҙҙәрен ҡыҙғанмай фиҙаҡәр эшләгән ветерандарға монумент ҡуйыу тураһында ҡарарға килделәр. Унда эшҡыуарҙар, ауыл старостаһы һәм аҡһаҡалдары, имаммөхтәсиб һәм актив граждандар ҡатнашты. Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһе башлығы Фларит Ғирфанов йыйылыусыларға тәбрикләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Ауылда ярты быуат элек Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һуғышсылар иҫтәлегенә обелиск ҡуйылғайны. Ул үҙәк майҙанда урынлашҡан. Фронттан әйләнеп кайтмаған 395 кешенең исемдәре мәрмәр плитәләргә уйып яҙылған. Һуғыштан иҫән ҡайтып, әлеге көндәргә ҡәҙәр йәшәй алмаған ветерандарҙың да исемдәрен мәңгеләштереү – изге эш. Һәр кешенең ата-бабалары, яҡындары ерләнгән урын бар. Ул урын күңелдең иң түрендә һаҡлана. Тамырҙары Иҫке Ҡормаш ауылы менән бәйләнгән кешеләр был юлы ла ситтә ҡалманылар. Ша- мил Сатаев, ағалы-энеле Ришат һәм Марат Әхмәлетдиновтар кесе Ватандарын бик яраталар. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтары хөрмәтенә обелиск ҡороу башланғысын нәҡ улар тәҡдим иткән дә инде. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар уларҙың башланғысын бер тауыштан хупланылар. Яңы монументты Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығын билдәләгән көндә асыу планлаштырыла. Барлыҡ ойоштороу мәсьәләләре бергәләшеп хәл ителәсәк.