ИГЕНЧЕ
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Новости
16 март 2023, 19:20

Еңеү берҙәмлек менән яулана

Кисә, 15 мартта, Өфөнән махсус хәрби операция барған зонаға быйыл иң күләмлеһе булған гуманитар ярҙам конвойы ҡуҙғалды.

Еңеү берҙәмлек менән яулана
Еңеү берҙәмлек менән яулана

33 берәмек техниканы берләштергән был колонна хәрбиҙәр өсөн бөтә кәрәк-яраҡтарҙы илтеп тапшырасаҡ. Беҙҙең Саҡмағош районы халҡы был юлы ла берҙәм булып ил именлеген һаҡларға киткән яҡташтарыбыҙ өсөн ярҙам йыйыуға ҡушылды. Яугир райондаштарға “УАЗ” автомобиле, һыуытҡыс, туңдырғыс, һыу йылытҡыс, бензинда эшләй торған быҫҡылар, башҡа төрлө эш ҡоралдары һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары, ашамлыҡтар, шул иҫәптән ит һәм фарш ебәрелде. Уларҙы туплауҙа районыбыҙҙа ғүмер итеүсе хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм төрлө йылдарҙа төрлө ғәскәри частарҙа хеҙмәт иткән яҡташтар, шәхси эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы предприятиелары, ауыл биләмәләре етәкселәре һәм хеҙмәтсәндәре, күп һанлы райондаштар ҡатнашты. Ҡыҫҡаһы, саҡмағоштар сираттағы тапҡыр берҙәм булыуҙарын һәм үҙебеҙҙекеләрҙе ташламауҙарын раҫлап, егеттәргә туған яҡтың ҡайнар сәләмдәрен күндерҙе һәм уларға рәхмәтле булуын белдерҙе.

Еңеү берҙәмлек менән яулана
Еңеү берҙәмлек менән яулана
Еңеү берҙәмлек менән яулана
Еңеү берҙәмлек менән яулана
Еңеү берҙәмлек менән яулана
Еңеү берҙәмлек менән яулана
Еңеү берҙәмлек менән яулана
Еңеү берҙәмлек менән яулана
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: