+24 °С
Яңгыр


Тәү сиратта, әлбиттә, төбәк, муниципалитет-ара һәм район үҙәгендәге юлдарҙың айырыуса мөһим булған, проблемалыраҡ өлөштәре ремонтлана. Был көндәрҙә Саҡмағош урамдарында ла эш ҡайнай. Юлдарҙағы соҡорҙарҙы тигеҙләү өсөн әлегә һалҡын асфальт ҡулланыла. Һауа шарттары ултырып, уңайланғас һәм асфальт-бетон заводы эшкә ҡушылыу менән үк юлсылар төҙөкләндереү талап ителгән участоктарҙа төп күләмле эштәрҙе ҡайнар асфальт ҡулланып башҡарыуға күсәр тип планлаштырыла.