ИГЕНЧЕ
+28 °С
Болытлы
Новости
25 апрель 2023, 16:40

Төбәк күләмендәге мөһим ваҡиға

Үткән аҙнала беҙҙең Саҡмағош районында элекке “Сәрмәсән” ҡошсолок фабрикаһының корпусында етештереү эше терегеҙелде.

Төбәк күләмендәге мөһим ваҡиғаТөбәк күләмендәге мөһим ваҡиға
Төбәк күләмендәге мөһим ваҡиға

 Был предприятие эшсәнлеге 2017 йылда туҡтатылған ине. “Яуаплылығы сикләнгән “Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһы” йәмғиәте базаһында Саҡмағош муниципаль районында ҡошсолоҡто үҫтереү” проекты инвестициялар комитетының төбәк Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашҡан “Инвестициялар сәғәте” форматында 2 февралҙә үткән ултырышында ҡаралған ине, – тип һөйләне был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса проект раҫланып, өҫтөнлөклө статусына эйә булды”. Бығаса “Сәрмәсән” исеме менән атап йөртөлгән ҡошсолоҡ фабрикаһы хәҙер яуаплылығы сикләнгән “Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһы” йәмғиәтенең филиалы булараҡ эшсәнлек алып бара. Фабрикала етештереүҙе тергеҙеү – Саҡмағош районы өсөн генә түгел, төбәк күләмендәге мөһим ваҡиға. Бындағы елына 780 тонна хәләл ит менән иҫәпләнәсәк еетештереү кеүәте тармаҡта көндәшлек мөхите артыуына ярҙам итеп кенә ҡалмай, 65 яңы эш урыны булдырыуға ла юл аса. Инвестиция программаһы сиктәрендә ғәмәлдәге биналарҙы яңыртыуға 240 млн. һум йүнәлтеү планлаштырыла. Әлеге проект 2027 йылға ҡәҙәр ғәмәлгә ашырылыр тип көтөлә. Бөгөнгә ҡәҙәр инвестор 70 млн. һум аҡса һалған да инде. Был аҡсаға биш корпустың беренсеһенә реконструкция яһалған, газ, һыу, электр, йылылыҡ менән тәьмин итеү линиялары үткәрелгән. Бөгөнгө көнгә 30 мең баш себеш ҡайтарылған, йыл ахырына был һан 40 меңгә етер тип планлаштырыла.

Төбәк күләмендәге мөһим ваҡиға
Төбәк күләмендәге мөһим ваҡиға
Төбәк күләмендәге мөһим ваҡиға
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас