Был ойошма 1998 йылдың мартында төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта республикала уның 70 бүлексәһе эшләй. Собор йыл һайын ике меңдән ашыу төрлө йүнәлештәге сара ойоштороп үткәрә, белем биреү-ағартыу эшсәнлеген алып бара, шулай уҡ Башҡортостанда рус ауыл биләмәләре тарихын һәм храмдарҙы тергеҙеү менән шөғөлләнә, спорт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәләрендә башҡарылған эштәр дә бихисап. Бынан тыш, соборҙың төп бурыстары булып рус телен һаҡлау һәм үҫтереү, милли традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ иҗады һәм ҡул эштәрен тергеҙеү, йәш быуынға тапшырыу да тора. Әйткәндәй, рустар соборы Башҡортстанда йәшәүсе бөтә милләттәр вәкилдәре менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Һәр ҡайһыбыҙ кескәй саҡтан үк белеп үҫә: Рәсәй – уртаҡ йортобоҙ. Илебеҙҙә бөтә милләт вәкилдәре лә бертигеҙ, бер-береһенең мәҙәниәтен, телен, тарихын, йола-традицияларын белеп, һаҡлап, ихтирам итеп, берҙәм-татыу булып йәшәй. Милләттәр дуҫлыгы бөтә замандарҙа ла Рәсәйҙең төп көсе, уның донъяның бөтә дәүләттәренән айырылып тора торған төп үҙенсәлеге булған. Ил өсөн һыналышлы осорҙарҙа Рәсәйҙең күп милләтле халҡы бербөтөн булып тупланып, үҙ дәүләтенең бәйһеҙлеген һаҡлап ҡалған. Был аҫыл сифат бөгөнгө көндә лә бар тулылығында сағылыш таба. Бөтә милләттәр вәкилдәре махсус хәрби операция барышында иңгә-иң ҡуйып илебеҙ бәйһеҙлеген яҡлауға күтәрелде. Һәм был алышта Еңеү мотлаҡ Рәсәй яғында буласағына һис кем шикләнмәй. Төбәктең рустар соборы Башҡортостан ерлегендә йәшәүсе бөтә конфессия-милләттәрҙе берләштереп, уларҙы берҙәм мәҙәни-ағартыу эшсәнлегенә йәлеп итә. Иртәгә үтәсәк конференцияла “Я русский! йәштәр флешмобы, бөйөк шағир А.С.Пушкин бюстына сәскәләр һалыу церемонияһын үткәреү планлаштырыла. “Торатау” конгресс-холлында тематик күргәҙмәләр эшләйәсәк. Конференция делегаттары Совет майҙанында эш башлаясаҡ “Китап байрамы” Халыҡ-ара китап ярминкәһен асыу тантанаһында ла ҡатнашыр тип көтөлә.