

Хәҙерге заманда беҙ көндәлек тормошобоҙҙы һәм ысынбарлыҡты гәзит-журналдарһыҙ, радио һәм телевидениеһыҙ, интернет-сайтларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Тәүге баҫма гәзит донъя күргән көндән алып, журналистика оҙон юл үтте, уның ныҡлы һөнәри традициялары барлыҡҡа килде.
Бөгөнгө көндә журналисттар һәм редакция коллективтары хеҙмәте айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Корреспонденттарҙың объективлығы, кешелеклелеге, һөнәри оҫталығына кешеләр яҙмышы туранан-тура бәйләнгән.
6 июндә Өфөлә үткән медиафорумда сығыш яһап, республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров был хаҡта болай тине: “Бөгөн донъяның айырым өлөшө беҙҙең үҫеш юлын хупламай һәм беҙгә ҡаршы ысын мәғлүмат һуғышын иғлан итте. Был шарттарҙа ваҡытлы матбуғат баҫмаларының объектив эшсәнлеге айырыуса мөһим. Махсус хәрби операция һәм сит илдәрҙең санкциялары йәмғиәтте берләштерҙе, консолидацияланы. Һәм журналисттар был конфликттың аҫылы тураһында һөйләү-аңлатыу йәһәтенән бик ҙур эш башҡара”.
Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә – дүрт район хәбәрҙәрен өйҙәргә алып килеүсе “Сарманай” гәзите редакцияһы коллективы яҡташтарыбыҙға райондар, республика һәм ил яңылыҡтарын объектив рәүештә, ысынбарлыҡны сағылдырып әбүнәселәребеҙгә еткерергә ынтылып эшләйбеҙ. Хеҙмәткәрҙәре бик әҙ генә булған кескәй коллективыбыҙ ҙур эш башҡарып, гәзит биттәрендә лә, сайтыбыҙҙың социаль селтәрҙәрҙәге төркөмендә лә райондарбыҙҙың ижтимағи тормошон бар тулылығында сағылдыра бара. Киләсәктә лә шулай берҙәм булып, әбүнәселәребеҙ мәнфәғәтендә күләмле эштәр башҡарырға яҙһын тип теләйбеҙ.