Ҡаһарман райондашыбыҙ менән хушлашырға уның туғандары һәм яҡындары, район етәкселәре, хеҙмәттәштәре, дуҫтары һәм ауылдаштары килде. Илгиз – район үҙәге Саҡмағошта тыуып-үҫкән егет. Уны күбеһе изгелекле, асыҡ күңелле, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булған кеше булараҡ белә. Ил яуға саҡырғас, ул контракт төҙөп, ирекле батальон составында көрәштең алғы һыҙығына ынтыла. Хәрби алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн уға миҙалдар тапшырыған, вафатынан һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнеүгә тәҡдим ителгән. Уның яуҙашы билдәләүенсә, Илгиз ҡурҡыу белмәҫ яуғир булған һәм һәр ваҡыт барыһыннан да алда барған. Ул хеҙмәттәштәре өсөн дә, бөтә райондаштар өсөн дә – ысын патриотлыҡ, фиҙәҡәрлек һәм ныҡлыҡ өлгөһө. Илгиз Дамир улы белем алған Саҡмағош беренсе һанлы урта мәктәбендә уның һәләҡ булуы тураһындағы хәбәрҙе бик ауыр ҡабул итәләр. Уға белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусылары яугирҙы тырыш уҡыусы, тыныс, асыҡ күңелле, төптән уйлай белеүсе, яуаплылыҡ хисе көсле булған, синыфташтары араһында абруй менән файҙаланған егет булараҡ хәтерләй. Ул ғаилә ағзалары өсөн ҙур терәк һәм таяныс була, йәшләй вафат булған ағаһын һәм атаһы алыштыра, ауыр сир менән көрәшкән әсәһен ҡарай-тәрбиәләй. “Илгиз илебеҙ өсөн, беҙҙең өсөн көрәшеп һәләк булды. Һәм беҙ мәктәбебеҙдә уның тураһындағы яҡты хәтерҙе мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләясәкбеҙ. Уның исеме мәктәп, Саҡмағош тарихында мәңгелеккә ҡалыр. Илгиздең туғандары, яҡындарының үтә лә ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙ уны бер ҡайсан да онотмаясаҡбыҙ”, – ти уның тураһында мәктәп етәкселеге. “Уҡыусым Илгиз яҡты, асыҡ күңелле кеше, яҡшы дуҫ, тырыш уҡыусы булды. Ул беҙҙең 9А синыфының, райондың, республиканың ысын ҡаһарманы! Ул беҙҙең ғорурлығыбыҙ, әрнеүебеҙ һәм күңел яраһы. Ҡаһармандар үлмәйҙәр, улар мәңгелеккә беҙҙең йөрәктә ҡалалар”, – ти районыбыҙҙың ғорурлығы булған Илгизҙең уҡытыусыһы Гөлдәр Тимерйән ҡыҙы. Герой яҡташыбыҙ тураһындағы яҡты хәтер бөтә райондаштар күңелендә һаҡланыр.