

Ҡунаҡтарҙы уҡыу йорто директоры, педагогия фәндәре кандидаты, доцент, БР атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Баязитов Сынтимер Биктимер улы сәләмләне. Артабан ошо уҡыу йорто уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Бүләк улы Санъяров “Өфө киң профилле һөнәри колледжында башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыуҙың ҡайһы бер алымдары” тигән темаһына оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге етәксеһе Розалия Рәсих ҡыҙы Сәфиуллина Яңыртылған Федераль дәүләт дөйөм белем биреү стандарттарын ғәмәлләштереү шарттарында төбәктә республиканың дәүләт һәм туған телдәрке уҡытыуҙы ойоштороу тураһында бик ентекләп һөйләне.Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын үҫтереү сиктәрендә колледж эшмәкәрлеге менән биология фәндәре кандидаты Эльза Владимировна Бәширова таныштырды. Гүзәл Сәғит ҡыҙы Ғайсина үткәргән “Интерактив технологияларҙы ҡулланыу ярҙамында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың коммуникатив компетенцияларын үҫтереү”, Руфина Зәки ҡыҙы Камалова үткәргән “Төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә белем алыусыларҙың коммуникатив компетенцияларын үҫтереү” темаһына оҫталыҡ дәрестәре бик ҡыҙыҡлы булды.
Рәсәй белем биреү платформаһында “Башҡорт теле” предметы буйынса эш тәжрибәһе менән Ләйсән Ришат ҡыҙы Муллағәлиева бүлеште. Артабан сығыш яһаусылар һәләтле балалар менән эшләү, уҡыусыларҙы имтихандарға әҙерләү тураһында фәһемле фекерҙәр еткерҙе.
Телебеҙҙе һаҡлаусы һәм яҡлаусыларҙы берләштергән семинар бик файҙалы булды. Ҡатнашыусылар семинарға барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыусы мәғариф бүлеге начальнигы Рәсимә Зәлиф ҡыҙына, район хакимиәте етәкселегенә, Саҡмағош 1-се урта мәктәбе администрацияһына ихлас рәхмәттәрен еткерә.