ИГЕНЧЕ
+22 °С
Яңгыр
Новости
16 ноябрь 2023, 11:05

Тыуған республика тарихы менән танышып

Республикала өлкәндәр һәм йәш быуын өсөн төбәк буйынса туристик сәйәхәттәрҙе ойоштороу йүнәлешендә күләмле эш башҡарыла, махсус дәүләт программалары ғәмәлгә ашырыла.

Тыуған республика тарихы менән танышыпТыуған республика тарихы менән танышып
Тыуған республика тарихы менән танышып


Ошо көндәрҙә Саҡмағош беренсе урта һәм уның филиалы булған Яңы Ҡото урта мәктәптәре уҡыусылары “Мәктәп туризмы” милли проекты сиктәрендә хеҙмәт фиҙәҡәрлеге һәм даны ҡалаһы булған башҡалабыҙ Өфөлә мауыҡтырғыс сәйхәттә булдылар.
“Эх, Өфө, ҡалам минең” тип исемләнгән экскурсия туры уҡыусыларҙы тыуған яҡтың иҫтәлекле урындары менән таныштыру, үҫеп килеүсе йәш быуын вәкилдәренә патриотик тәрбиә биреү маҡсаты менән ойошторола. Бындай сараларҙа бөтә уҡыусылар ҙа ҡатнаша алһын өсөн был проект сиктәрендә тейешле шарттар булдырыла. Әлеге сәйәхәт дауамында үҫмерҙәр өсөн музейҙар, ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар үткәрелде, улар өсөн шулай уҡ уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе лә ҡыҙыҡлы булды. Балалар педагогтар һәм гид оҙатыуында Дуҫлыҡ Монументында, Аксаков паркында, Миңнеғәле Шайморатов, Салауат Юлаев һәйкәлдәре урынлашҡан майҙандарҙа, төбәктең Милли музейында булдылар. Сарала ҡатнашҡан уҡыусылар туған республикабыҙҙың тарихи үткәндәре, күренекле эшмәкәрҙәре, уларҙың хеҙмәт һәм тормош юлы тураһында үҙҙәре өсөн яңы булған байтаҡ мәғлүмәттәр үҙләштерҙеләр. Мәктәп туры малайҙар һәм ҡыҙҙар күңелендә онотомаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Тыуған республика тарихы менән танышып
Тыуған республика тарихы менән танышып
Тыуған республика тарихы менән танышып
Тыуған республика тарихы менән танышып
Тыуған республика тарихы менән танышып
Тыуған республика тарихы менән танышып
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас