ИГЕНЧЕ
+28 °С
Болытлы
Новости
4 декабрь 2023, 06:45

Көслө рухлылар көнө

Һәр йылды 3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө үткәрелә. Йәмәғәтселек иғтибарын физик мөмкинлектәре сикле кешеләр проблемаларына йәлеп итеү – уның төп маҡсаты. Беҙҙең районда ла ошо  көнгә бағышлап сара үткәрелде.

Көслө рухлылар көнөКөслө рухлылар көнө
Көслө рухлылар көнө

 

Китапхана хеҙмәткәрҙәре район мәҙәниәт йортоноң дискотека залына йыйылыусыларға Халыҡ-ара инвалидтар көнөнөң тарихы, йәмғиәттең мөмкинлектәре сикле кешеләргә ҡарата мөнәсәбәте тураһында һөйләнеләр.

Сараға килеүселәр дуҫлыҡ, сит кешеләр һыҙланыуын үҙеңдекеләй ҡабул итә белеү тураһында әнгәмәгә ҡушылдылар, ниндәй ғәмәлдәрҙең шәфҡәтлелеккә инеүе, үҙҙәренең ниндәй изге эштәр ҡыла алыуҙары тураһында фекер алыштылар.

Тамашасылар иғтибарына мәҙәниәт йорто артистары Илшат Арыҫланов, Гүзәлиә Исламова һәм Рәфис Баҡыев башҡарыуында концерт номерҙары тәҡдим ителде.

Залда көслө рухлы, тормошто яратыусы кешеләр йыйылғайны. Сара аҙағында улар шашка турнирында, дартста көс һынаштылар.

Көслө рухлылар көнө
Көслө рухлылар көнө
Көслө рухлылар көнө
Көслө рухлылар көнө
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас