+24 °С
Яңгыр


Был ауыр техника район үҙәгендә урам юлдарын хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән. Кәрәге сыҡҡанда башҡа ауыл биләмәләренәлә ярҙамға ебәреләсәк.
Ҡатнаш машина ҡышын ҡар таҙартыу һәм ҡом һибеү ҡорамалдары менән йыһазландырылған, йәйен юлдарға һыу һиптерәсәк һәм һеперәсәк.
–Бындай заманса һәм ҡеүәтле автомобилде беренсе тапҡыр алдыҡ. Ләкин бының менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ. Районды төҙөкләндереү өсөн ауыр техника паркын киңәйтеүҙе планлаштырабыҙ, – ти муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Латипов.