Музей директоры Ләйсән Рифир ҡыҙы Хәлимова беҙҙе һәр саҡ асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, төрлө тематик экспозициялар буйынса мауыҡтырғыс экскурсиялар үткәрә, малайҙар-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырған күп һанлы һорауҙарға яуап бирә. Тәрбиәләнеүселәребеҙ уны һәр саҡ ҙур иғтибар менән тыңлайҙар, экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар. Уларҙың музейдағы иң яратҡан урыны – районыбыҙҙың хәрби даны залы. Бында яҡташ геройҙарҙың фотопортреттары урын алған, ҡаһарманлыҡтары тураһындағы тарихи документтар тәҡдим ителә.
Музейҙың икенсе ҡатында да балалар иғтибарын йәлеп иткән йәнә бер урын бар. Бында кейеҙ менән эшләү үҙәге урынлашҡан. Ләйсән Рифир ҡыҙы был юлы балаларҙы ҡоро кейеҙ менән эшләү тарихы һәм технологияһы серҙәре менән таныштырған осталыҡ сәғәте үткәрҙе. Уларның күҙ алдында ябай йондың энә ярҙамында ниндәй дә булһа уйынсыҡҡа йәки эшләнмәгә әүерелеүен күреү балалар өсөн әкиәттәге тылсым кеүек тойолды. Шуға ла малайлар һәм ҡыҙҙар тарихты ғына өйрәнеп калмай, үҙҙәрен кейеҙ менән эшләүсе осталар ролендә лә һынап ҡарарға булдылар. Был шөғөл улар өсөн бик мауыҡтырғыс һәм фәһемле булды. Экскурсия ахырында балаларға истәлек өсөн кескәй бүләктәр дә тапшырылды.
Беҙ музей хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса уның директоры Ләйсән Рифир ҡыҙына шундай ҡыҙыҡлы сәйәхәт ойошторған һәм тәрбиәләнеүселәребеҙгә күңел йылыһын бүләк иткән өсөн бик тә рәхмәтлебеҙ. Уларға эштәрендә бары тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ.