ИГЕНЧЕ
+24 °С
Яңгыр
Новости
14 февраль 2024, 09:00

Күңелле сара ойошторолдо

“Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр” партия проекты сиктәрендә Саҡмағош ауылында ике һәм өс ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр ҡатнашлығында йорт алды байрамдары ойошторолдо. Ошондай күңелле сара район үҙәгенең Тыныслыҡ, Төҙөүселәр, Ҡыр урамдарын берләштергән микрорайондағы балалар майҙансығында ла үтте.

Күңелле сара ойошторолдоКүңелле сара ойошторолдо
Күңелле сара ойошторолдо


Ағымдағы йылдың ил Президенты В.В.Путин тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителеүен күҙ уңында тотоп, унда балалар һәм ата-әсәләр күмәкләп саҡырылды. Улар бергәләп музыкаль флешмобта, төрлө бәйге һәм эстафеталарҙа ҡатнашып, күңел асты. Бындай саралар ғаилә ағзаларының ял сәғәттәрен файҙалы, күңелле итеп ойоштороп ҡына ҡалмай, уларҙың рухи бәйләнештәрен тағы ла нығытыуға булышлыҡ итә. Ә инде саф һауалағы хәрәкәтле уйындарҙың балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә үтә лә файҙалы булыуын бөтәбеҙ ҙә яҡшы белә. Байрамда ҡатнашыусылар унан күтәренке кәйеф, уңай энергия менән, берҙәмлек рухын тойоп таралышты. Был күңелле сараны Саҡмағош гимназияһы педагогтары ойошторҙо.

Күңелле сара ойошторолдо
Күңелле сара ойошторолдо
Күңелле сара ойошторолдо
Күңелле сара ойошторолдо
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас