Флүзә – хужабикә, ире Гөлүс менән бергә өс бала тәрбиәләйҙәр, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар.
–Беҙ һайлауҙарҙа һәр ваҡыт актив ҡатнашабыҙ. Был юлы мин тауыш биреүҙең икенсе көнөндә өлкән ҡыҙым Лениза менән барҙым. Ул тауыш биреүҙә беренсе тапҡыр ҡатнашты. Һайлау участогында «Рәхмәт» акцияһы волонтерҙары купондар бирҙеләр. Уларҙы сайтта теркәнек. Икенсе көндө ойоштороусылар шалтыратҡан, ләкин мин ишетмәй ҡалғанмын. Һуңынан ноутбук отоуыбыҙ тураһында хәбәр килде. Ышанманым, үҙем шылтыратып һораным. Бының дөрөҫлөгөн әйттеләр.
Дүшәмбе отошто алырға киттем. Ауыл хужалығы колледжында уҡыусы ҡыҙым Ленизаға ноутбук алып биреү тураһында хыялым бар ине. «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашыуыбыҙ һөҙөмтәһендә ул тормошҡа ашты. Бөтөн ғаиләбеҙ менән һөйөндөк, – тип һөйләне Ф. Ғәлләмова.