ИГЕНЧЕ
+28 °С
Болытлы
Новости
5 февраль 2025, 08:50

Радий Хәбиров Баймаҡта Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының капиталь ремонтланған

4 февралдә Баймаҡҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының студенттар ятағында булды. Бина 2023 – 2024 йылдарҙа республика ярҙамы менән капиталь ремонтланды.

Радий Хәбиров Баймаҡта Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының капиталь ремонтланғанРадий Хәбиров Баймаҡта Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының капиталь ремонтланған
Радий Хәбиров Баймаҡта Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының капиталь ремонтланған

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2022 йылда колледждарҙы модернизациялау буйынса республика программаһы сиктәрендә учреждениела уҡыу корпусы һәм оҫтаханалар ремонтланды. Бының өсөн төбәк бюджетынан 56,5 миллион һум бүленде. Ә 2023 йылдың апрелендә эш сәфәре барышында Радий Хәбиров студенттар ятағын комплекслы ремонтларға ҡушты. Был маҡсатта республика бюджетынан 65 миллион һум йүнәлтелде.

Уҡыу йорто директоры Илдус Зәйнуллин билдәләүенсә, колледжда 430 студент белем ала. Бында ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинистары, үҫемлекселек мастерҙары, электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтёрҙар, иретеп йәбештереүселәр һәм автомеханиктар, ашнаҡсылар һәм кондитерҙар, тегенселәр, ағастан художестволы изделиелар эшләүселәр, шулай уҡ автоматлаштырылған системаларҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә белгестәр әҙерләнә.

Колледж студенттары муниципалитеттың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уларҙың ирекмәнлек эшенең бер йүнәлеше – Донбассҡа гуманитар ярҙам туплау. Махсус хәрби операция яугирҙары өсөн окоп шәмдәре, «иҫән ҡалыу беләҙектәре» эшләйҙәр, балаклавалар тегәләр. Бынан тыш, улар республика ярыштарында ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Төбәк етәксеһе егеттәрҙе Шишмә районындағы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркындағы хәрби-ялан сборҙарына һәм «Геройҙар уҙышы»н үтергә саҡырҙы.

Башҡортостан Башлығы ятаҡ бүлмәләрен ҡараны, шул иҫәптән хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән студенттар өсөн булдырылған уңайлыҡтар менән танышты, медпунктта, студенттарҙың үҙидара кабинетында, ял итеү, спорт бүлмәләрендә булды.

– Дөйөм ятаҡта 50 йыл ремонт булмаған, – тине Илдус Зәйнуллин. – Эштәр 2023 йылдың июлендә башланды. Төҙөүселәр фасадты яңыртты, тәҙрәләрҙе алмаштырҙы, эске биҙәү эштәрен башҡарҙы, эргә-тирәләге биләмәне асфальтланы.

Капиталь ремонт һөҙөмтәһендә яҡшы шарттар булдырылды, ә колледж абитуриенттар өсөн ҡыҙыҡлыраҡҡа әйләнде, тип билдәләне Радий Хәбиров.

– Ятаҡты төҙөкләндереп, беҙ йәштәргә ихтирам күрһәтәбеҙ. Улар республиканың киләсәген төҙөй, күптәре армия сафтарына алына. Бер нисә тиҫтә элекке студенттарыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында алыша, – тине Радий Хәбиров. – Ошондай йәштәргә таянасаҡбыҙ. Шуға күрә улар өсөн яҡшы шарттар булыуы мөһим. Артабан да шулай эшләйбеҙ – беҙҙең программаға ярашлы йыл һайын бер нисә ятаҡты ремонтлау планлаштырыла.

***

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының студенттар активы менән осрашыу үткәрҙе. Республика етәксеһе билдәләүенсә, йәштәр хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланылған һөнәрҙәрҙе һайлаған.

– Һеҙҙең өсөн уҡыу кабинеттарында, производство оҫтаханаларында һәм ятаҡта яҡшы шарттар булдырырға тырыштыҡ, – тине Радий Хәбиров.

Колледж директоры Илдус Зәйнуллин билдәләүенсә, колледжды тамамлаусыларҙың барыһы ла тиерлек һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләй, уларҙың күбеһе производство практикаһы ваҡытында уҡ эш урыны таба. Мәҫәлән, ауыл механизаторҙары һөнәренә ихтыяж ҙур – егеттәр йәй айҙарында комбайнсы булып эшләй.

Республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова белдереүенсә, ятаҡты капиталь ремонтлағандан һуң колледжға күрше муниципалитеттарҙан, шул иҫәптән Белорет һәм Хәйбулла райондарынан уҡырға килеүселәр һаны артҡан.

Радий Хәбиров, 2025 йылдан Аҡъяр тау колледжында фельдшерҙар әҙерләй башлайҙар, тип белдерҙе. Әлегә ауылдарҙа белгестәр етерлек кимәлдә түгел.

Осрашыуҙа колледж студенты Эмиль Ҡадиров киләсәктә тормошон армия менән бәйләргә ҡарар итеүе һәм хәрби юғары уҡыу йортона инергә теләүе тураһында һөйләне. Егеттең ике ағаһы махсус хәрби операция биләмәһендә алыша. Ул төбәк етәскеһенең хәрби хеҙмәттә булмаған ир-егеттәргә ҡарата мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһынды.

– Һаулыҡ торошо буйынса армия хеҙмәтенә яраҡлы булмағандар бар. Әлбиттә, уларға ҡарата бер ниндәй ҙә һорау юҡ. Ә, халыҡ әйтмешләй, «армиянан ситләшеүселәрҙе» мин йәлләйем. Бөгөн хәрби хеҙмәт бер йыл ғына дауам итә, һәм армияла бөтөнләй икенсе шарттар. Ҡайһы бер ата-әсәләр, улдарын махсус хәрби операцияға алыуҙары ихтимал, тип борсола. Әммә унда призывниктар юҡ, һәм егеттәр махсус хәрби операцияға үҙҙәре теләк белдергән һәм илдең Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған осраҡта ғына юллана, – тип яуапланы төбәк етәксеһе. – Армия хеҙмәтенән тыш хоҡуҡ һаҡлау структураларына һәм суд органдарына эшкә урынлашыу мөмкин түгел. Шуға күрә ниндәйҙер юл менән хәрби хеҙмәттән ситтә ҡалырға ҡарар иткән егеттәр үҙ карьераһын боҙа.

Буласаҡ ауыл хужалығы производствоһы мастеры, республика Башлығы стипендиаты Арыҫлан Рәхимов армиянан һуң атаһы юлын һайларға һәм аграр университетҡа уҡырға инергә, фермер булырға теләүе хаҡында һөйләне. Студент ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн ниндәй дәүләт ярҙамы саралары барлығы менән ҡыҙыҡһынды.

Республика Башлығы егеттең теләген хупланы һәм ҡыҙыҡлы, әммә ауыр һөнәр һайлауын билдәләне, сөнки был йүнәлештәге эш йыш ҡына һауа шарттары менән бәйле.

– Беҙҙә яңы эш башлаған фермерҙар өсөн гранттар ҙа, башҡа ярҙам саралары ла бар. Ерҙә эшләү – ҙур яуаплылыҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта был бик почётлы, – тине төбәк етәксеһе.

Бокс менән шөғөлләнеүсе спортсы студент Мораҙым Байегетов Башҡортостан Башлығынан, көрәш буйынса беренсе тренерығыҙҙы хәтерләйһегеҙме, тип һораны.

– Мин спортҡа малай ғына булып килдем, көрәш секцияһына яҙылдым. Беренсе тренерым Борис Яковлевич Захарченко булды. Бер йылдан һуң Александр Николаевич Григорьевҡа күстем, әле лә аралашабыҙ. Ул һаман да тренер булып эшләүен дауам итә, – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров. – Өфөлә илдә иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ Бокс прогресы үҙәген төҙөй башлайбыҙ. Үҙ чемпиондарыбыҙ барлыҡҡа килер, тип ышанам. Ә Баймаҡта Боҙ һарайын төҙөйбөҙ. Уны тапшырғандан һуң, колледждың үҙ хоккей командаһы булыр, һәм дөйөм алғанда Баймаҡ халҡының күбеһе хоккей уйнай башлар, тип уйлайым.

Республика Башлығы, ятаҡта йәшәү шарттары һәм уҡыу йортонда туҡланыу менән ҡәнәғәтһегеҙме, тип ҡыҙыҡһынды. Студенттар билдәләүенсә, капиталь ремонттан һуң ятаҡта йәшәү шарттары бөтөнләй башҡа: бүлмәләрҙә мебель яңыға алмаштырылған, тренажерҙарҙа шөғөлләнеү йәки шашка уйнау өсөн бүлмәләр барлыҡҡа килгән, ятаҡта кафе, кухнялар, уңайлы шарттары булған душ бүлмәләре бар.

Уҡыу йорто директоры Илдус Зәйнуллин белдереүенсә, төшкө аш хаҡы – 69 һум. Туҡланыуға бындай түбән хаҡты картуф, кәбеҫтә, һуған һәм башҡа йәшелсәләрҙе үҙҙәре үҫтереү иҫәбенә һаҡлап ҡалыуға ирешәләр.

– Студенттарыбыҙ биләмәне төҙөкләндерҙе, плитка һалды, эскәмйәләр эшләне, ағастар ултыртты, – тип уртаҡлашты колледж етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы бындай ыңғай тәжрибәне республиканың башҡа урта махсус уҡыу йорттарына ла таратырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм студенттарға уҡыуҙарында уңыштар теләне.

– Йәштәр үҙ пландары менән уртаҡлашты. Миңә уларҙың артабанғы яҙмышы нисек булырын аңлау мөһим ине. Улар колледжды тамамлай, яҡшы һөнәрҙәргә эйә була. Механизаторҙар, ауыл хужалығы производствоһы белгестәре, кондитерҙар, ашнаҡсылар – барыһы ла талап ителгән һөнәр эйәләре буласаҡ. Күптәре үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләргә теләй. Уҡыу барышында практика үтеүҙәре лә бик яҡшы. Мәҫәлән, ике егет комбайндарҙа эшләгән, уңыш йыйыуҙа ҡатнашҡан, улар эш хаҡынан да, эштән дә ҡәнәғәт, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Колледж ятағы – беҙгә артабан уҡыу йорттары менән эште нисек ойоштороу кәрәклегенә яҡшы миҫал. Беҙҙә улар күп, һәм һәр колледжда тәртип урынлаштырырға кәрәк. Уҡыу корпустарын, оҫтаханаларҙы ғына түгел, тәү сиратта ятаҡтарҙы ла ремонтларға кәрәк, тип һәр ваҡыт әйтәм. Студенттар яҡшы шарттарҙа йәшәһен. Беҙҙә урта һөнәри белем биреүгә булышлыҡ итеү буйынса ҙур программа эшләй, үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәр биргән «Профессионалитет» федераль проектында әүҙем ҡатнашабыҙ. Йыл һайын республика бюджетынан ярты миллиард һум аҡсаны модернизациялауға йүнәлтәбеҙ, быйыл Аҡъяр тау колледжын, Дыуан күп профилле колледжын һәм башҡа урта һөнәри уҡыу йорттарын ремонтлаясаҡбыҙ. Илебеҙ иҡтисады был белгестәргә, ошондай һәләтле йәштәргә бик мохтаж. Бурысыбыҙ – уларҙың уҡыу йортонан гармониялы үҫешкән шәхес булып сығыуы, уҡыған ваҡытта спорт менән шөғөлләнеү һәм ял итеү өсөн мөмкинлектәр булыуы.

***

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Баймаҡ районына эш сәфәренә йомғаҡ яһаны.

– Үҙ ваҡытында, айырыуса юл селтәре мәсьәләһендә, был биләмә етерлек кимәлдә финансланмаған, тип иҫәпләйем. Һуңғы йылдарҙа беҙ муниципалитетты үҫтереүгә байтаҡ аҡса йүнәлттек. Баймаҡта мәктәп тә, поликлиника ла, боҙ һарайы ла төҙөйбөҙ. Урғаҙыла, мәҫәлән, бер үк ваҡытта амбулатория һәм социаль-мәҙәни үҙәк барлыҡҡа килде, һыу үткәргес төҙөлә, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Бөгөн тотош районды тиерлек автомобилдә урап сыҡтым. Сибай – Аҡъяр юлына нигеҙле зарланалар, киләһе йылда беҙ уның төп өлөшөн эшләйәсәкбеҙ. Әммә бында үҙ-ара юлдар менән тоташҡан башҡа ауылдар ҙа күп. Һәм улар ҙа ярайһы уҡ ҡатмарлы хәлдә. Шуға күрә район башлығы менән ошо темаға күберәк иғтибар бүлеү тураһында һөйләштек. Асфальт түшәү мотлаҡ түгел, әммә ҡом-таш түшәлгән яҡшы юлдар булдырырға кәрәк. Дөйөм алғанда, ҡала мөхитенең дә яҡшырыуын күрәбеҙ – парктар, ихаталар, тротуарҙар ремонтлана. Һәм был эште дауам итәсәкбеҙ.

Автор:
Читайте нас