ИГЕНЧЕ
+21 °С
Облачно
Новости
5 Мая , 05:30

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв вафат

4 майҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв яҡты донъя менән хушлашты. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв вафатБашҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв вафат
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв вафат
– Константин Борисович бөгөн төндә баҡыйлыҡҡа күсте. Ул лайыҡлы тормош юлы үтте. Һуңғы йылдарҙа ауыр сир менән көрәште. Ваҡыты-ваҡыты менән дауаланырға йөрөргә кәрәк булды. Үҙен ирҙәрсә, ысын офицер кеүек тотто. Хәле насарая төшкәс, операцияға барырға ҡарар итте. Бурназян исемендәге Федераль медицина үҙәге табиптарына рәхмәт, улар мөмкин булғандың барыһын да эшләне, – тине Радий Хәбиров. – Минең өсөн Константин Борисович һәр ваҡыт өлкән иптәш булды. Уның етәкселегендә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы бик һөҙөмтәле эшләне. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн уны барыһы ла хөрмәт итте. Бергәләп ил һәм республика алдындағы етди һынауҙарҙы үттек, COVID-19 менән көрәштек, махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәттек, сит ил санкцияларына ҡаршы торҙоҡ. Тормош иптәше Нина Николаевнаның, бөтә туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыларын уртаҡлашам. Был беҙҙең өсөн ауыр юғалтыу.

Төбәк етәксеһе Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә Константин Толкачёвты һуңғы юлға оҙатыу көнөн, хушлашыу урынын билдәләргә ҡушты. Радий Хәбиров хушлашыуҙы хәрбиҙәрсә хөрмәт менән ойошторорға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Автор:
Читайте нас