

Ул илдә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә ойошторолдо. Бәйге халыҡ музыка ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уның дәрәжәһен арттырыу, балаларҙы һәм йәштәрҙе халыҡ музыкаһының иң яҡшы өлгөләре ярҙамындла тәрбиәләү маҡсатын күҙаллап үткәрелде. Уны ойошторорға Ҡашҡар ауылында тыуып үҫкән шәхси эшҡыуар Рәғит Рәшит улы Сөләйманов тәҡдим итте һәм үҙе үҡ сараның иғәнәсеһе лә булды.
Ижади-музыкаль бәйгелә Саҡмағош районынан ғына түгел, тирә-яҡ төбәктәрҙән, Өфө һәм Октябрьский ҡалаларынан килгән гармунсылар да ҡатнашты. Уларҙың иң кескәйенә –– 9, ә иң өлкәненә 77 йәш. Бәйгелә тальянсылар, гармунсылар, баянсылар, баянсылар дуэттары һәм шулай уҡ йырсы-башҡарыусылар һынау тотто. Уларҙың сығыштарын компетентлы жюри ағзалары баһаланы. Конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшылар асыҡланды. Бәйгенең иң оста ғармунсыһы булып районыбыҙҙың Яңы Ҡото ауылынан Урал Шәйәхмәтов танылды һәм Гран-приға лайыҡ булды. Бәйгелә ҡатнашыусылар ауыл ҡунаҡтары һәм Ҡалмашбаш ғармунсылары тип исемләнгән ике категорияла I, II, III дәрәжә Дипломдар менән бүләкләнде. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһына Маҡтау грамоталары һәм истәлекле бүләктәр тапшырылды.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм конкурста ҡатнашыусылар бәйгене үткәреүгә күрһәткән ярҙамы өсөн Рәғит Рәшит улына бик тә рәхмәтле.